Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн – Бөтә донъя гөбөргәйел көнө

Ҡайһылыр яҡта уны ташбаҡа, тиҙәр. Календарҙа шундай иҫтәлекле көн бар икән. Баҡһаң, был йән эйәһе аҡылды, оҙон ғүмерҙе һәм байлыҡты символлаштыра. Шулай булһа ла, кеше уны ҡыра...

Бөгөн – Бөтә донъя гөбөргәйел көнө
Бөгөн – Бөтә донъя гөбөргәйел көнө

Бөтә донъя гөбөргәйел көнөн булдырыуҙың маҡсаты – уны һаҡлау. Сөнки гөбөргәйел йыш ҡына кеше ҡорбаны була. Ойоштороусылар (Американың Калифорния штатында) гөбөргәйел йомортҡа һалған урындарға махсус һаҡланған биләмә статусы биреүҙе талап иткән. Биргәндәрмелер...

Һәр хәлдә был көндө хатта гөбөргәйел йәшәмәгән яҡтарҙа ла үткәрә башлағандар.

Ҡыҙыҡлы факттар

Гөбөргәйелдәр бынан яҡынса 200 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән.

Ул һулыш алмайынса оҙаҡ тора ала. Рекорд та бар – 614 минут.

Белгестәр асыҡлауынса, ташбаҡа бесәй кеүек һаҡҡолаҡ. Яҡшы күрәләр. Йылы төҫтәргә иғтибар итәләр.

Баҡһаң, гөбөргәйелдәр өйрәккә, йорт ҡуянына, тауыҡҡа ҡарағанда, аҡыллыраҡ. Быны тәжрибәләр күрһәткән.

Бөгөн – Бөтә донъя гөбөргәйел көнө
Бөгөн – Бөтә донъя гөбөргәйел көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: