Бөтә яңылыҡтар

Асҡарға уҡсылар йыйылды

Көндөң һалҡын тороуына ҡарамаҫтан, Учалы, Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет һәм Сибай ҡалаһы уҡсылары мәргәнлектә һынашмаҡҡа йыйылды.

Асҡарға уҡсылар йыйылды
Асҡарға уҡсылар йыйылды

Традицион йәйәнән уҡ атыу ярышы Асҡарҙа үтте һәм ул Дан орденының тулы кавалеры Вәлиәхмәт Сөләймәнов Кубогына булды.

Бында төрлө йәштәге 24 уҡсы ҡатнашты. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса йәш төркөмөнә ҡарап, 1-се урынға түбәндәгеләр лайыҡ булды: Илназ Үҙәнбаев (Учалы районы), Динә Вәлиева (Учалы р.), Илгизәр Үҙәнбаев (Учалы р.), Айһылыу Хәлилова (Әбйәлил р.).

Төп призды - Кубокты Динә Вәлиева алды. Ул һәр этапта күп мәрәй йыйҙы.

Әйткәндәй, был сара "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" йүнәлеше буйынса ҡуйылған маҡсаттарға тап килә.

Фото: Әбйәлил районы хакимиәтенән.

Асҡарға уҡсылар йыйылды
Асҡарға уҡсылар йыйылды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: