Тәбиғәттең һәр миҙгеле матур...

Тәбиғәттең ыуыҙ ғына сағы, Бар тарафта – йәнле хәрәкәт. Яңы яҙҙар бөтә тереклеккә Алып килә күрһен бәрәкәт.                 Сәүиә Закирова.

Тәбиғәттең һәр миҙгеле матур...Тәбиғәттең һәр миҙгеле матур...
Тәбиғәттең һәр миҙгеле матур...

Ҡотһоҙ ятҡан ала- һоро ерҙәр
Йәшел күлдәгенә төрөнә.
Баш төртә лә ыуыҙ шытымдар
Кемуҙарҙан көнгә үрелә.

Ап-аҡ ҡына елбәҙәк сәскәләр
Аҡ ҡалпағын елдә бәүелтә.
Алһыу-зәңгәр төҫтә бал сәскәләр
Алһыу,зәңгәр нурҙарын бөркә.

Һәр тарафта яҙғы нәфис гөлдәр
Аса наҙлы күҙ бәбәктәрен
Һары сәскә ,ҡояшҡа күҙ ҡыҫып,
Шатландыра әхирәттәрен.

Ҡайын бөрөләре тулышҡандар,
Хәҙер-хәҙер япраҡ ярырҙай.
Яҙғы елдә иркә бәүеләләр,
Туй күлдәге кейгән ҡыҙҙарҙай.

Тәбиғәттең ыуыҙ,йомшаҡ мәле:
Сафлыҡ,паклыҡ,йәнле хозурлыҡ.
Күңелдәр ҙә ҡанатланып ҡуя:
Мәңге ҡарап туймаҫ матурлыҡ!

Сәүиә Закирова.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас