Һаҡ булығыҙ! Муттар йоҡламай!

Хәтерләйһегеҙме яңыраҡ республика буйынса "Лайф из Гуд" инвестиция компанияһы ныҡ үҫеште.

Һаҡ булығыҙ! Муттар йоҡламай!Һаҡ булығыҙ! Муттар йоҡламай!
Һаҡ булығыҙ! Муттар йоҡламай!

Һәр кем йыйған аҡсаһын, ул ғына ла түгел кредит алып байып ҡалырға тырышты. Әйткәндәй, муттарҙың эҙенә төшкәс, кеше аҡсаһын үҙләштереүселәр юғалып ҡалманы. Әлеге "Лайф из Гуд" тиҙ генә үҙенең исемен алмаштырҙы һәм аңһыҙ халыҡтың башын томалауҙы дауам итә. Әле улар йәнәһе лә яңы кабинеттар аса, уны асыу өсөн тағы өҫтәп аҡса йыя. Бер тапҡыр алданыусылар һалған аҡсаларын юғалтмаҫҡа тырыша һәм йыйған, булған һуңғы тинен өҫтәй. Әгәр һеҙҙең арала ла туғандарығыҙ,яҡындарығыҙ ошо тоҙаҡҡа эләккән икән уларҙы ҡотҡарырға ашығығыҙ. Енәйәтселәр хаҡында 112 телефонына шылтыратып йәки полицияға барып хәбәр итегеҙ.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас