

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың рәсми сайтында яҙыуҙарынса, комиссия барлығы 3 юлламаны тикшергән, уларҙың береһе буйынса ыңғай ҡарар ҡабул ителгән.
Сибайҙа йәшәүсе ҡатын, йәйәүлене тапатып, уның һаулығына ауыр зыян килтерә. Һөҙөмтәлә суд йыл ярымға уның иркен сикләгән.
– Бөгөн хөкөм ителеүсе тәғәйенләнгән язаның 1 йыл да 4 айын үткәргән, – тигән Константин Толкачев. – Зыян күреүсе яҡ менән барлыҡ мәсьәлә хәл ителгән. Ярлыҡау өсөн ҡаршылыҡтар юҡ. Эштең барлыҡ нескәлеген ныҡлы тикшергәндән һуң, Комиссия ағзалары юлламаны хуплау тураһында ҡарар сығарҙы.
Комиссия ярлыҡау хаҡындағы документтарҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығына ебәрәсәк. Ә ярлыҡау буйынса һуңғы ҡарарҙы Рәсәй Президенты ҡабул итәсәк.
Ике юлламаны Комиссия ағзалары кире ҡаҡты. Улар ҙур партияла наркотиктар һатырға теләгән өсөн иркенән мәхрүм ителгән граждандарҙан килгән. Эйе, ундайҙарға ярлыҡау булмаҫ...