Улар хәрби хеҙмәттән азат ителә

Яҙғы хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһында республиканан  IT-компанияларында эшләгән 233 егет хәрби хеҙмәттән кисектереү аласаҡ.  

Улар хәрби хеҙмәттән азат ителәУлар хәрби хеҙмәттән азат ителә
Улар хәрби хеҙмәттән азат ителә

 

Билдәле булыуынса, юғары белемгә эйә һәм IT тармағында бер йылға яҡын эшләгән 18 йәштән 27 йәшлек егеттәр хәрби бурыстарынан азат ителә. Был  илдә мәғлүмәт технологияларын үҫтереү маҡсатынан эшләнә.  

“IT- белгестәрҙең  ғаризалары 1 июнгә тиклем ҡараласаҡ. Кисектереү биреү уларға һөнәри эшмәкәрлеген дауам итеү, камиллашыу  өсөн яҡшы ярҙам”, – тип белдергән БР һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Башҡортостан әрменән кисектереү һорап ғариза яҙыусылар һаны буйынса етенсе урында. Илдә бөтәһе 8,7 мең ғариза бирелгән. Егеттәрҙең уртаса йәше – 24.

 

Фото: gorodrabot.ru

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас