

Абруйлы ир уҙамандары Рауил Салихов, Таһир Исмәғилев етәкселегендәге инициатив төркөм изге эште атҡарып сығыу өсөн ҙур көс һалды. Оло рәхмәт һеҙгә, сауаптары насип итһен!
Иҫтәлекле урынды асыу сараһына ауыл халҡы, репрессияға дусар булғандарҙың туғандары йыйылды. Улар күҙ йәштәре, күңел әрнеүҙәре аша хәтирәләре менән бүлеште, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Сара аҙағында әрүәхтар хөрмәтенә ҡорбан ашы ойошторолдо, аят уҡылды.
Донъялар имен булһын, бер-беребебеҙҙең ҡәҙерен беләйек, ауылдаштар, туғандар, һәммәбеҙ ҙә!" - тигән ул.