

“Башҡорт микрокредит компанияһы” (лицензия ЦБР №7-11-05-02-000830) микрозаймдарҙы түләү ваҡытын оҙонайтты. Әйткәндәй, микрофинанс ярҙамы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы күрһәтелә.
БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән бурысты түләүе анһатыраҡ. Республика Хөкүмәте санкциялар шарттарында үҫеш мөмкинлеге биреү өсөн ошондай ҡарар ҡабул итте.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары 5 процент йыллыҡ ставка менән – 5 миллион һум, ә үҙмәшғүлдәр 4 процент ставка менән 500 мең һумға тиклем аҡса алырға мөмкин. “Башҡорт микрокредит компанияһы”нан алғанда бурыс ҡайтарыуға алты айға тиклем льготалы осор бирелә.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.