

Кексты әҙерләү өсөн 400 г эремсек, 200 г маргарин яки атланмай,
1 стакан шәкәр ҡомо, 3 йомортҡа, 100 г йәки 5 аш ҡалағы крахмал,
1 аш ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), 150 г он,
ярты лимондың ҡабығы кәрәк.
Майға шәкәр ҡомо, һуңынан эремсек, йомортҡа һалырға. Лимон ҡабығын ыуғыста ыуырға һәм ҡамырға өҫтәргә. Аҙлап- аҙлап он, крахмал, ҡамыр ҡабартҡыс ҡушып, ҡуйы ҡаймаҡ кеүек ҡамыр барлыҡҡа килгәнсе болғатырға. Махсус кекс формаларына һалырға һәм 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 20 минут бешерергә.
Фото:koolinar.ru