Бөтә яңылыҡтар

Июнгә көн торошо

Синоптиктар йәйҙең тәүге айына яҡынса фараз яһаны. Белгестәр әйтеүенсә, эҫе көндәр көтөлмәй.

Июнгә көн торошо
Июнгә көн торошо

1 июндән 6-на тиклем һауа температураһы 20 –24 градус йылы буласаҡ. Тәүге аҙнанан һуң йәнә һалҡынайтасаҡ. 7 июндә – 19, ә 8 июндә 13 градус йылы.

9 июндән 14-нә термометр бағанаһы 17–21 градустан юғары күтәрелмәйәск. 15 июндә һалҡыныраҡ – 16 градус йылы. Ошондай көн торошо 23 июнгә тиклем һаҡланасаҡ. Был көндө һауа температураһы 20 градусҡаса күтәреләсәк. Айҙың һуңғы көндәрендә 21–24 градусҡаса йылытасаҡ.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: