Бөтә яңылыҡтар

Юлдар төҙөкләндереләсәк

Башҡортостанда юлдар төҙөү һәм ремонтлауға быйыл 31,3 миллиард һум аҡса йүнәлтәсәктәр.  

Юлдар төҙөкләндереләсәк
Юлдар төҙөкләндереләсәк

 

Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев белдереүенсә, юлдарҙы төҙөү, төҙөкләндереүгә 15 миллиард 65 миллион һум аҡса бүленгән, уларҙың 4 миллиард 131 миллион һумы – федераль бюджеттан.

 

Дөйөм алғанда, 76,6 километр автомобиль юлдары, шулай уҡ һигеҙ күпер һәм юл айырсаһы төҙөү,төҙөкләндереү күҙаллана. Быйыл декабргә Ҡариҙел менән Дыуан райондарын тоташтырған  60 километр оҙонлоғондағы Бөрө – Тастүбә – Һатҡы юлын һәм Өфөлә Зәки Вәлиди урамында транспорт сиселешен сафҡа индереү ҡаралған. Баш ҡалала Зинин ҡасабаһы янында юл айырсаһы һәм Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөү киләһе йылдарҙа ла дауам итә.

2022 йылда юл селтәрен ремонтлауға 8 миллиард 148,5 миллион һум аҡса тотонола. Бөтәһе 285 километр төбәк һәм 219 километр урындағы юлдар ремонтланасаҡ.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: