

Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса кәңәшсеһе, БР һәм ТР-ҙың атҡаҙанған артисы Элвин Грей Өфөләге 3-сө холоҡ төҙәтеү колонияһында концерт менән сығыш яһаған. Бындай байрам учреждениела тәүге тапҡыр, артистың да әлегә тиклем бындай ерҙәрҙә сығыш яһағаны булмаған. Ул 500 тамашасыға ябыҡ майҙанда концерт ҡуя.
Элвин Грей элекке репертуарына яңы йырҙарын да өҫтәп йырлай. Бигерәк тә тотҡондағыларға«Черноглазая», «Зөбәржәт», «Уфтанма», «По городам», «Розам минең» йырҙары ныҡ оҡшай. Улар оло кинәнес менән йырҙарҙы тыңлай һәм артисҡа ҡушылып йырлай. Йырсыны яңы күреп белеүселәр ҙә, электән тыңлаусылар ҙа табылды. Иректән мәхрүм ителеүселәрҙең төрлөһө-төрлө ижад менән шөғөлләнһә лә, Элвиндың сығышы һәр кемдең күңеленә оҡшаны.
Концерт аҙағында артист холоҡ төҙәтеү колонияһына эләгеүселәр менән дә аралашты һәм киләсәктә бындай ерҙәрҙә тағы ла сығыш яһаясағын белдерҙе.
Фото: Т. Аманов