Бөтә яңылыҡтар

Республика төбәктәре июлгә тиклем яңы коммуналь техника аласаҡ

Быйыл был маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 1,4 млрд һум аҡса бүленгән.

Республика төбәктәре июлгә тиклем яңы коммуналь техника аласаҡ
Республика төбәктәре июлгә тиклем яңы коммуналь техника аласаҡ

Һатып алыу эштәре графикка ярашлы бара. 2019 йылдан беҙҙә коммуналь техниканы 44 процентҡа яңыртҡандар.

1 июлгә тиклем муниципалитеттар тротуарҙарҙы таҙартыу өсөн яңы тракторҙар, мини-тейәгестәр, экскаваторҙар, автогрейдерҙар, бәләкәй саң һурҙырғыстар аласаҡ. Был барлығы 239 берәмек техника. Улар Рәсәйҙә һәм Белоруссияла етештерелгән.

Әйткәндәй, ҡала һәм район хакимиәттәре коммуналь техниканы йөрөтөү өсөн водителдәр әҙерләй, уларҙың хеҙмәт хаҡын арттырыу мөмкинлеген эҙләй.

БР Башлығы Радий Хәбиров дүшәмбе оперативкаһында ағымдағы йылдың тәүге ярты йылында тейешле коммуналь техниканы алыу процедураһын тамамларға ҡушты.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Республика төбәктәре июлгә тиклем яңы коммуналь техника аласаҡ
Республика төбәктәре июлгә тиклем яңы коммуналь техника аласаҡ
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: