Музейҙар хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий хәбиров Үзбәкстанға эш сәфәрендә Ҡарағалпаҡстандың дәүләт сәнғәт музейына инде.

Музейҙар хеҙмәттәшлек итәсәкМузейҙар хеҙмәттәшлек итәсәк
Музейҙар хеҙмәттәшлек итәсәк

Нукус ҡалаһындағы был музей этнограф, сәнғәт белгесе, рәссам Игорь Савицкий исемен йөрөтә. 1966 йылда тап уның башланғысы менән булдырылған ул.

Белгестәр әйтеүенсә, был музейҙың художестволы коллекцияһы Урта Азияла иң яҡшыларынан һанала. Бында 90 меңдән ашыу берәмек һаҡлана. Музей “Хорезмдың алтын ҡулсаһы” туристик маршрутына инә.

Радий Хәбиров экспозиция менән танышты. Бында Александр Бурзянцев эштәре лә ҡуйылған. Республика Башлығы музей менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеге тураһында ла һөйләне.

- Будем прорабатывать вопрос проведения в Уфе выставки, связанной с бытом, традициями, историей, культурой Средней Азии. У нас есть для этого все условия. В свою очередь, мы готовы провести в Узбекистане выставку из коллекций Национального музея Башкортостана, художественного музея имени Нестерова. Уверен, что жителям и Башкортостана, и Узбекистана это было бы интересно, - тине ул.

Әйткәндәй, Башҡортостандың Милли музейы һәм Үзбәкстандың дәүләт тарих музейҙары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөү күҙаллана.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Музейҙар хеҙмәттәшлек итәсәк
Музейҙар хеҙмәттәшлек итәсәк
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас