Күп ҡатлы йорттан халыҡты ашығыс рәүештә сығарғандар

Бөгөн иртән МЧС-ҡа хәбәр килә: Өфөлә тиҙ арала бейек йорттағы кешеләрҙе ҡотҡарырға кәрәк...

Күп ҡатлы йорттан халыҡты ашығыс рәүештә сығарғандарКүп ҡатлы йорттан халыҡты ашығыс рәүештә сығарғандар
Күп ҡатлы йорттан халыҡты ашығыс рәүештә сығарғандар

Коммунистик урамындағы бейек йортта янғын сыҡҡан. Ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр хәбәрҙе алғас та, килгән. Баҡһаң, янғын 15-се ҡатта сыҡҡан икән. Хәүеф янаған фатирҙан алты кешене, дөйөм алғанда, йорттан 67 кешене эвакуациялағандар.

Әле янғын һүндерелгән, унда 31 кеше ҡатнашҡан, 12 берәмек техника йәлеп ителгән. Тикшереү бара.



Күп ҡатлы йорттан халыҡты ашығыс рәүештә сығарғандар
Күп ҡатлы йорттан халыҡты ашығыс рәүештә сығарғандар
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас