Бөтә яңылыҡтар

Етемдәргә ярҙам

Быйыл етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар йәшәгән 73 торлаҡҡа ремонт яһаласаҡ.

Етемдәргә ярҙам
Етемдәргә ярҙам

Ремонттың дөйөм суммаһы – 10,95 миллион һум.

БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, бындай социаль ярҙам үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәткән.

18 – 23 йәшлек етемдәр был дәүләт ярҙамынан бер тапҡыр файҙалана ала.

Ремонт яһатыу өсөн документ йыйырға кәрәк (ведомство-ара комиссияның һығымтаһы, торлаҡты тикшереү акты). Ремонтты башҡарыусыны урындағы үҙидара органы билдәләй.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Етемдәргә ярҙам
Етемдәргә ярҙам
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: