

- Ҡарағалпаҡстан Республикаһы менән Башҡортостандың сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар бәйләнештәрен киңәйтәсәкбеҙ. Шулай уҡ сәнәғәттә, ауыл хужалығында, туризмда, мәҙәниәттә һәм мәғарифта ла хеҙмәттәшлекте үҫтерәсәкбеҙ, - тине Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров. - Шуны билдәләп үтергә кәрәк, былтыр беҙҙең ил Үзбәкстан өсөн ҙур сауҙа партнеры булды. Башҡортостан - Ҡарағалпаҡстан менән тышҡы сауҙа структураһында төп төбәктәрҙең береһе булып тора. Республикалар араһында тауар әйләнеше былтыр 113 миллион доллар тәшкил иткән. Был 2017 һәм 2018 йылдарға ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.