Бөтә яңылыҡтар

Баҡсала алмаштырғыһыҙ ярҙамсы

  Бор кислотаһы – баҡсала  алмаштырғыһыҙ ярҙамсы. Йәшелсәне лә туҡландыра, ҡырмыҫҡаны ла ҡурҡыта.

Баҡсала алмаштырғыһыҙ ярҙамсы
Баҡсала алмаштырғыһыҙ ярҙамсы

 

Бор кислотаһы – баҡсала  алмаштырғыһыҙ ярҙамсы. Кәбеҫтә йәки ҡабаҡ япраҡтары һарғая башлаһа, теплицала помидорҙарығыҙ үҫмәй ултырһа, ҡыяр, бороста сәскәләр һирәк булһа, был препаратты иретеп һибегеҙ. 2 г бор кислотаһын 0,5 л ҡайнар һыуҙа иретәбеҙ ҙә, уға 10 литр йылымыс һыу өҫтәйбеҙ һәм йәшелсәләрҙе эшкәртәбеҙ. Бындай эшкәртеүҙән һуң үҫемлектәр икенсе һулыш аласаҡ.Сәскәләре лә күҙгә күренеп артасаҡ.

Был матдә ҡыярҙың уңышын да арттыра. Улар сирләгәндә бор кислотаһына аҙ ғына марганцовка һалып бөркөгөҙ.

Бор кислотаһы – иң хәүефһеҙ һаналған  дүртенсе кластағы зарарлы матдә. Шуға дозаны үҙгәртергә һис ярамай. Тупраҡта борҙың кәрәгенән артыҡ булыуы үҫемлектәргә зыянлы.

Был дарыу ҡырмыҫҡаны ла бөтөрә. Йомортҡа һарыһына бор кислотаһы ҡушығыҙ ҙа, ҡоротҡостар йөрөгән урындарға һалып сығығыҙ.

 

Фото:vlast-sovetov.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: