Бөтә яңылыҡтар

Атаһы вахтала булғанда йөрөп килергә уйлағандар

Тик барыһы ла насар тамамланған. Егеттәргә йәшәргә лә йәшәргә ине бит...

Атаһы вахтала булғанда йөрөп килергә уйлағандар
Атаһы вахтала булғанда йөрөп килергә уйлағандар

Яңыраҡ Дүртөйлө –Борай юлының 21 саҡрымында еңел машина “КамАЗ” менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә өс егет “Тиҙ ярҙам” килгәнсе фажиғә урынында йән бирә.
Йөк машинаһы водителе әйтеүенсә, ул ҡаршыһына елдереп килгән машинаны 300 метрлап ара ҡалғас ҡына күрә. 40–50 км тиҙлек режимы менән килһә лә, водитель туҡтай алмай. Еңел машина ҙур йөк машинаһы аҫтына инеп китә.

Урынға килеүсе ҡотҡарыусылар йөк машинаһы янып китмәһен өсөн тәүҙә аккумуляторҙы һурып ала. Һуңынан йәмшәйгән машинанан һәләк булыусыларҙың кәүҙәһен сығара. Билдәле булыуынса, 20 йәшлек Алексейҙың водитель таныҡлығы булмаған. Уның пассажирҙары – 19 йәшлек Никита Б. Һәм Александр Т. Егеттәр дуҫ булған һәм буш ваҡыттарын гел бергә үткәргән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: