

Балаларҙың йәйге ялына бағышланған брифингта республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов уны нисек файҙаланыу хаҡында хәтергә төшөрҙө.
– Программаны финанслауға, йәғни балалар лагерҙарында ял итеүгә кэшбек түләүгә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте 7,5 миллиард һум аҡса бүлгән. Был күп балаларға ял итеү, ә иң мөһиме ата-әсәйҙәргә юллама хаҡының өлөшөн ҡайтарырға мөмкинлек бирәсәк. Федераль программа буйынса 50 процентҡа тиклем ҡайтарырға була, тик сумма 20 меңдән ашмай, – тине Рөстәм Афзалов.
Ҡатнашыусыларҙың тулы исемлеге һәм тәҡдимдәр менән мирпутешествий.рф сайтында «Балалар лагерҙары» бүлегендә танышырға мөмкин. Лагерь, туроператор сайтында юллама алғанда
уларҙың программала ҡатнашыуын тикшерегеҙ. Тәҡдимдәрҙә тейешле маркировка торорға тейеш.
Әйтергә кәрәк, программала дәүләт һәм түләүле балалар лагерҙары ла ҡатнаша. Палаткалы лагерҙар программаға ошо йылдың июненән ҡушыласаҡ.
Лагерға барып ҡайтыуҙы түләү системаһының лояллек программаһына теркәлгән «Мир» картаһы менән генә түләргә мөмкин. Бынан һуң биш көн эсендә автоматик рәүештә юллама хаҡының яртыһы картаға кире ҡайтасаҡ, тик 20 меңдән ашмай. Баланың йәше буйынса сикләүҙәр юҡ. Балалар туристик кешбэк программаһы буйынса юлламалар 31 авгусҡа тиклем һатыласаҡ. Ә уның буйынса 1 майҙан 30 сентябргә тиклем ял итергә мөмкин.
Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, Рәсәйҙең төрлө төбәгенән баланы ял итергә ебәрергә мөмкин. Иң мөһиме: лагерь был программала ҡатнашырға һәм мирпутешествий.рф. реестрында торорға тейеш.
Фото: Т. АМАНОВ.