«Яҡшы» йәки «насар» зонаны билдәләүе ауыр түгел. Ыңғай энергия булған урында түгелгән һыу тиҙ генә кибә, өҙөлгән сәскә оҙаҡ һулымай ултыра, шәм ялҡыны һәр ваҡыт тигеҙ һәм төтәмәй яна. Насар энергия тупланған урында иҙәнгә ырғытылған тимер аҡса ишетелер- ишетелмәҫ кенә сыңлай йәки бөтөнләй сыңламай.Был урында һөт тиҙ әсей, аҡ май күҙ алдында иреп бөтә.
Насар кәйефегеҙ менән йортҡа насар энергия алып ҡайтмағыҙ. Кире уйҙарығыҙҙы тышта ҡалдырығыҙ. Сөнки өйҙәге бар әйбер уларҙы үҙенә һеңдерә. Көҙгөнө аҙнаһына бер тапҡыр таҙа һыу менән һөртөп алығыҙ. Иҙәндәрҙе йыш йыуығыҙ. Өйҙө сафландарыу ыңғай энергия тыуҙырыуға булышлыҡ итә.
Өйҙә бер ҡасан кәрәге тейер, тип иҫке әйберҙәр һаҡламағыҙ. Ул ыңғай энергия инеүен тотҡарлай.
Мендәрҙәргә ҡапланып иламағыҙ. Ҡош мамығы кире энергияны үҙенә тарта. Күҙ йәштәрен ҡулъяулыҡҡа һөртөгөҙ. Аяҡ кейеме, пальто-курткалар ҙа насар энергияны йортҡа алып ҡайта. Ботинка итектәрҙе йыуып, һөртөп ҡуйығыҙ. Кейемде шкафҡа ҡуйығыҙ.Бүлмә гөлдәре лә өйҙәге мөхиткә ыңғай йоғонто яһай. Һыу энергетиканы яҡшырта. Төнгөлөккә стакан менән һыу ултыртып ҡуйығыҙ ҙа, уны иртән сығарып түгегеҙ.
Фото: