Бөтә яңылыҡтар

Яңы тыуған сабыйҙың бүләк тупланмаһына нимәләр инә?

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында яңы тыуған сабыйҙарҙың яңыртылған бүләк тупланмаһына нимәләр инеүен күрһәттеләр.  

Яңы тыуған сабыйҙың бүләк тупланмаһына нимәләр инә?
Яңы тыуған сабыйҙың бүләк тупланмаһына нимәләр инә?

 Быйыл яҙ яңы тыуған сабыйҙарға  бирелгән бүләктең  составы үҙгәрҙе. Хәҙер унда 8 әйбер инә: сумка,  бәйләнгән комбинезон, башлыҡ, өсмөйөш, кофта, ползунки, янғынды иҫкәртеүсе прибор һәм һырылған одеял.   Бүләктең бөә компоненттары ла  сифатлы туҡыманан һәм «Ағиҙел» Өфө предприятиеһында әҙерләнгән.

Билдәле булыуынса, 2001 йылдан алып республика бала табыу йорттарында донъяға килгән сабыйҙарға иң кәрәкле әйберҙәр бүләк ителә. Уның составы даими үҙгәреп тора.

Фото:Башинформ.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: