«Бөгөн районда ҡырағай хәл теркәлде. Яңы Балаҡатайҙа билдәһеҙ кешеләр Һалдат һәйкәлендәге веноктарҙы яндырған. Балаҡатайҙар уларҙы Бөйөк Еңеү көнөндә һалғайны. Тикшереү бара. Ғәйеплеләрҙе мотлаҡ табасаҡтар һәм хөкөм итәсәктәр!» — тип яҙған ул.
Эске эштәр министрлығының Балаҡатай районы буйынса бүлексәһенә һәйкәл янындағы янғын тураһында хәбәр бөгөн көндөҙгө сәғәт өсөнсө яртыла килә. Әлеге ваҡытта урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.
Үкенескә күрә, һәйкәл янында бер ниндәй видеокүҙәтеү ҡорамалы юҡ. Әгәр ут төртөүселәрҙе күрһәгеҙ йә берәй мәғлүмәт белһәгеҙ, район хакимиәтенә шылтыратып хәбәр итеүегеҙ һорала: +7(34750) 2-10-02.