Бөтә яңылыҡтар

Сәсеүгә ямғыр ҡамасауламай

Быйыл республиканың ауыл хужалығы предприятиелары 3 млрд 98 млн һум субсидия алған. Был хаҡта БР Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә  вице-премьер, БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдерҙе.  

Техника, менераль ашламалар, орлоҡ һатып алыуға, һөт продукцияһын эшкәртеүгә бирелгән дәүләт ярҙамы  тулыһынса үҙләштерелеп бөткән. РФ Ауыл хужалығы министрлығының ҡыҫҡа ваҡытлы льготалы кредитлау программаһы барышында республиканан 9,5 млрд һумға 298 заявка бирелгән.

 Республика буйлап ямғырҙар яуыуына ҡарамаҫтан, сәсеү кампанияһы тулы ҡеүәтендә бара. Бөгөн аграрийҙар 1 млн 185 мең гектар майҙанда  баҫыуҙа дым ҡаплатыуҙы тамамлаған. Хужалыҡтар ужым, ярауай культураларҙы, шәкәр сөгөлдөрөн химик эшкәртеүҙе башлаған. Планлаштырылған майҙандың 63 процентында ярауай культуралар сәселеп бөткән. Сәсеү буйынса  Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ, Илеш, Ауырғазы, Әлшәй райондары алда бара.

4 айҙа  хужалыҡтар 1 мең берәмек ауыл хужалығы техникаһы алған.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: