Бөгөн иртәнсәк Туймазы районының Ҡандры ауылында Оло Нөгөш йылғаһынан ҡотҡарыусылар бер ҡатындың мәйетен сығарған. Уның шәхесе асыҡлана. Тәфтиш-оператив төркөм тикшереү үткәрә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралағында һыу инеү ҡағиҙәләре тураһында иҫкәрттеләр.
Махсус йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инеүҙән тыйылырға кәрәк. Сөнки бындай урындарҙа һыу аҫты тикшерелмәгән һәм сүп-сарҙан таҙартылмаған була, ә унда нимә генә ятмауы мөмкин. Таныш булмаған урында һыуға сумыуҙан да һаҡланығыҙ. Һыу төбөндә ятҡан таш, ағас ботағы, тимер-томор ҡазаға килтереүе бар.
Температура режимына ла иғтибар итергә онотмағыҙ. Һауа температураһы 20 градустан түбән булғанда һыу инергә кәңәш ителмәй, сәләмәтлеккә зыян килеү хәүефе һағалай. Ә башҡа ваҡытта һыуҙа 20 – 30 минуттан оҙағыраҡ булырға кәңәш ителмәй. Юғиһә өшөү йөрәк тибешенең йышайыуына һәм тын етмәүгә килтереүе мөмкин. Белгестәр ашағандан һуң 2 сәғәт үткәс кенә һыу инергә кәңәш итә.
Йыш ҡына тап балалар һыу ҡорбанына әүерелә. Шунлыҡтан уларҙың үҙҙәрен генә һыуға яҡын ебәрергә ярамай, әлбиттә. Кескәйҙәр менән һыу буйына барҙығыҙ икән, ҡарап ҡына торорға кәрәк. Бала йөҙә белһә лә, үҙенең көсөн дөрөҫ иҫәпләмәй, арып, хәлдән тайыуы ихтимал. Өҫтәүенә, улар һыуҙа ололарға ҡарағанда тиҙерәк өшөй.
Ҙур һыу ятҡылыҡтарында кәмәлә йә катамаранда йөҙгәндә махсус жилет кейергә онотмағыҙ. Кәмә әйләнеп китһә, башҡа бер нәмә лә һеҙҙе ҡотҡара алмаясаҡ.
Эскән килеш һыу инеү ҡәтғи тыйыла. Һыуға батып үлеүселәрҙең яртыһынан күбеһен тап шулар тәшкил итеүен иҫәпкә алғанда, быны һәр кем яҡшы аңларға тейеш.