Бөтә яңылыҡтар

Ни өсөн себештәр аяҡһыҙ ҡала?

Бройлер себештәре үҫтереүселәргә кәңәш.

Ни өсөн себештәр аяҡһыҙ ҡала?
Ни өсөн себештәр аяҡһыҙ ҡала?

Ни өсөн себештәр аяҡһыҙ ҡала?

* Ҡош-ҡорт аҫыраған бинаның бәләкәй, һыуыҡ булыуы күп сирҙәргә килтерә. Бүлмә таҙа булырға тейеш.

* Витаминдар дефициты авитаминозға сәбәпсе.

* Минералдарға, айырыуса кальцийға ҡытлыҡтан һөйәк туҡымаһы һыныусанға әйләнә, аяҡтар кәүҙәне тотмай.

* Д витамины етешмәүе рахитҡа килтерә. Һөйәктәрҙең формалашыуы боҙола. Шуға себештәр тотолған урын яҡты булырға, аҙыҡ был витаминға бай булырға тейеш.

* Артыҡ кәүҙә ауырлығы.

* Сальмонеллез, колибактериоз, аспергиллез кеүек инфекция сирҙәре менән ауырыу.

 Әгәр ҙә себештәрегеҙҙең ауырығанын күрәһегеҙ икән, уларҙы айырым тотоғоҙ. Ҡул аҫтында дарыу булмағанда , тамаҡтарына пипетка менән бер тамсы араҡы ҡойоғоҙ. Был процедуранан һуң уларҙың аппетиты асыла, аяҡҡа баҫалар.

2 литр һыуға 1 балғалаҡ аш һеркәһе һалып эсерергә була. Был иретмә ашҡаҙандағы әселекте күтәрә, инфекцияны үлтерә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: