«Мәскәү кистәре» «Мәҙәниәт» һәм «Мәғариф» милли проектын ғәмәлгә ашырыу саралары буйынса ла ойошторолдо. Байрамға БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, билдәле чемпион Тамара Танһыҡҡужина, депутат Яков Кугубаев, республиканың З. Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы директоры Марат Зөлкәрнәев килгәйне.
Ат егеп килгән өс башҡорт ырыуы - ҡаңлы, йылан, елдәк - вәкилдәре лә байрам түрендә булды. Милли көрәш, уҡтан атыу, арҡан тартышыу кеүек милли уйындар уйналды, иң көслө батыр һарыҡ та алды.
Мини-футбол буйынса турнир ҙа ҡыҙыу барҙы. Виртуоз ҡумыҙсы Миңдеғәфүр Зәйнетдиновтың музыкаль бүләген һәр кем алҡышлап ҡабул итте.
Фото: Дүртөйлө районы хакимиәтенән.