Бөтә яңылыҡтар

Күршеһен талаған

Бөрө районында йәшәгән 67 йәшлек ир пенсияһын алып ҡайтып барғанда, 21 йәшлек күршеһе осрап, үтескә ике мең һум һорап торған. Пенсионер аҡса бирмәгәс, йәш егет уны ергә йығып һалып, башын төйгөсләгән дә, бөтә пенсияһын - 15 мең һумды талап алған. 

Күршеһен талаған
Күршеһен талаған

Ул йүнһеҙҙе тотҡандар. Алдан хөкөм ителгән кеше талаусы ирҙең пенсияһын тотоноп та бөткән булған (ҡуртымға алынған фатир өсөн хаҡты түләгән, араҡы, турама һатып алған, Благовещен ҡалаһына барып ҡайтҡан). Бынан тыш бер нисә көн алдан ул танышының биш мең һум аҡсаһын да урлағаны асыҡланған.  

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: