Бөтә яңылыҡтар

Көн торошо

Синоптиктар алдағы ике көнгә яҡынса фараз яһаны. Белгестәр хәбәр итеүенсә, көн торошоноң насарайыуы көтөлә. 16 һәм 17 майҙа – боҙ-борсаҡ яуыуы, йәшен һәм көслө ел сығыуы күҙаллана.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, боҙ-борсаҡ яуа, урыны менән йәшен. Ел көньяҡтан көнбайышҡа күсеүсән, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы көндөҙ – 12–17 градус йылы.

17 майҙа шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, көндөҙ айырым райондарҙа боҙ-борсаҡ яуыуы, йәшен булыуы күҙаллана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, төндә урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә – 4–9, көндөҙ 13–18 градус йылы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: