Гала-концертта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡотлау сәләмен мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова еткерҙе.
– Ике тиҫтә йылдан ашыу үткәрелгән был уникаль байрам милли брендты популярлаштырыуға, башҡарыу традицияларын, ғаилә ижады йолаларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә лайыҡлы өлөш булды. Күренекле музыкант, педагог Ғата Сөләймәновтың 110 йыллыҡ юбилей йылында ҡурай байрамында ҡатнашыу айырыуса оло әһәмиәткә эйә. Ғата Сөләймәнов классик башҡарыу традицияһын һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Уның «Ҡурай» методик китабы әле лә һәр ҡурайсының иң төп уҡыу әсбабы булып һанала. Ҡурай моңо бөтә халыҡтарҙың йөрәктәрен берләштерһен һәм дуҫлыҡ, тыныслыҡ һәм татыулыҡ тойғоһон уятһын тигән теләк менән үткәрелә был матур байрам. Ошо сарала ҡатнашыусылар киләсәктә лә беҙҙең милли уйын ҡоралыбыҙҙы данлар, бай традицияларыбыҙҙы үҫтерер тип ышанам. Барығыҙға ла яңынан-яңы ижади ҡыуаныстар, сәләмәтлек, уңыштар теләйем! – тиелә Хәбировтың тәбрикләү хатында.
Быйыл Гран-приға Учалы ҡалаһынан Тәфтизан Зәйнишев лайыҡ булды.
Лауреаттар: Р. Ғарипов исемендәге беренсе Башҡорт республика гимназия-интернатының Әҙһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле (Өфө), Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар ансамбле (Баймаҡ районы), “Яйыҡ” халыҡ ҡурайсылар ансамбле (Учалы), Рөстәм Хәбиров (Туймазы ҡалаһы), Илшат Дауытов (Ғафури районы), Айнур Собханғолов (Федеровка районы), Вилдан Дәүләтбирҙин (Өфө ҡалаһы).
Әйткәндәй, быйыл конкурста Башҡортостандың 19 районы, 12 ҡалаһынан һәм Силәбе өлкәһенән барлығы 334 ҡурайсы ҡатнашҡан. Иң йәшенә, Сибайҙан Арыҫлан Хәсәновҡа – 8, иң өлкәненә, Баймаҡ районынан Риф Ҡәйепҡоловҡа 65 йәш.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.