Гаражында 35 млн һумлыҡ тәмәке һаҡлаған

Рәсәй Хәүефһеҙлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре  гаражында күпләп сигарет һаҡлаған гражданды ҡулға алған. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Гаражында 35 млн һумлыҡ тәмәке һаҡлағанГаражында 35 млн һумлыҡ тәмәке һаҡлаған
Гаражында 35 млн һумлыҡ тәмәке һаҡлаған

  

Туймазы ҡалаһында йәшәүсе 47 ир төбәктә  айырыуса ҙур күләмдә законһыҙ рәүештә  тәмәке һатыуҙы ойоштороуҙа ғәйепләнә.  

Асыҡланыуынса, енәйәтсе ҡуртымға алған һарайҙа 600  ҡаптан ашыу  маркаһыҙ һәм яһалма  маркалы Рәсәй һәм сит ил  брендтарының  сигареттарын һаҡлаған. Уларҙың дөйөм хаҡы 35 млн һумдан ашыу. Интернет аша һатып алынған был тәмәкеләрҙе ул  өлөшләтә Туймазы  ҡалаһы кешеләренә һатҡан, ә ҡалған өлөшөн Башҡортостан биләмәһендә законһыҙ аҡса алыу өсөн  «осорорға» ниәтләгән. Енәйәтсенең был  ниәте тормошҡа ашырылмай ҡалған.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан  уға ҡарата енәйәт эше асылған. Әле уның енәйәти эшмәкәрлеген асыҡлау буйынса тикшереү эштәре алып барыла.

Фото:УФСБ оп РБ.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина