Делегация составына төбәк хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар, Башҡортостандың үҫеш институттары, республиканың ҙур предприятиелары етәкселәре, шулай уҡ бәләкәй һәм урта бизнес, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре инде.
Сәфәр сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һәм Үзбәкстан Премьер-министры Абдулла Әриповтың осрашыуы буласаҡ.
Төбәк етәксеһе Ҡарағалпаҡстан Республикаһының Жокаргы Кенес рәйесе Морат Камалов, Сәмәрҡәнд өлкәһе хакимы Эркинжон Турдимов, Үзбәкстандың сәнәғәт предприятиелары етәкселәре менән һөйләшеүҙәр алып барасаҡ. Радий Хәбиров шулай уҡ Үзбәкстанда Рәсәйҙең сауҙа вәкиле Константин Злыгостев менән осрашасаҡ. Был үҙ-ара тауар әйләнешен һәм инвестицияларҙы арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Сауҙа вәкиллеге майҙансығында Башҡортостан етештереүселәренең тауарҙары экспозицияһын ойоштороу планлаштырыла. 18 майҙа Башҡортостандың инвестиция һәм иҡтисади ҡеүәте менән таныштырыу сараһы уҙа. Уның йомғаҡтары буйынса 200 миллион долларға яҡын инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйыу күҙаллана. Шулай уҡ Башҡортостандың һәм Үзбәкстандың милли китапханалары араһында хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйыу, гуманитар һәм мәҙәни өлкәлә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү перспективаларын тикшереү планлаштырыла. Сәфәр һуңында Радий Хәбиров Үзбәкстанда йәшәгән һәм эшләгән Башҡортостандан сыҡҡан кешеләр менән осрашасаҡ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.