Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн Юрий Шевчук 65 йәшен билдәләй

Яҡташыбыҙ, Рәсәй музыканты, йырсыһы, композиторы, актеры БР халыҡ артисы, ДДТ төркөмө етәксеһе Юрий Юлиан улы Шевчукты матур юбилейы менән беҙ ҙә ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Юрий Шевчук 65 йәшен билдәләй
Бөгөн Юрий Шевчук 65 йәшен билдәләй

Башҡорт Википедияһынан белешмә:

Ю́рий Юлиа́нович Шевчу́к (16 май 1957 йыл, Ягодное ҡала тибындағы ҡасабаһы, Магадан өлкәһе, РСФСР, СССР) — совет һәм Рәсәй рок-музыканты, йырҙар авторы, шағир, актёр, рәссам һәм продюсер. «ДДТ» төркөмөн ойоштороусы, уның лидеры һәм алмашынмаҫ ҡатнашыусыһы. «ДДТ театры» яуаплылығы сикләнгән ширҡәтен ойоштора һәм уның етәксеһе була. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003 йылдың 18 сентябре).

Тәүге йырҙарын Шевчук ватан бардтарына, беренсе сиратта Владимир Высоцкийға, Булат Окуджаваға һәм Александр Галичҡа, шулай уҡ Көмөш быуаттың рус шағирҙары — Осип Мандельштамға, Сергей Есенинға һәм башҡаларға эйәреп яҙа. Шевчук ижадында гражданлыҡ-патриотик лирика, рухи камиллашыуға, көс ҡулланыуҙан баш тартыуға саҡырыу, социаль сатира һәм протест тематикаһы өҫтөнлөк итә. 2000-се йылдар уртаһынан Рәсәй оппозиция хәрәкәтендә ҡатнаша, был да уның ижадында сағыла.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: