+20 °С
Болотло
800 г балыҡ (филе), 50 г аҡ май, 250 мл 20 процентлыҡ һөт өҫтө йәки шыйыҡ ҡаймаҡ, ике бүлкәт һарымһаҡ, бер аш ҡалағы гәрсис, тоҙ, борос, йәшел тәмләткестәр, лимон кәрәк.
Балыҡты тоҙлап, борослап, формаға һалабыҙ. Шунан иретелгән аҡ майға һөт өҫтөн, һарымһаҡ, гәрсис, тоҙ ҡушып болғатып, соус әҙерләйбеҙ. Артабан балыҡҡа ваҡлап туралған һуғанды һәм ошо массаны өҫтәйбеҙ. Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 15 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ.
Табынға бирер алдынан йәшел тәмләткестәр һәм лимон менән биҙәйбеҙ.
Фото:travel-dom.ru