Бөтә яңылыҡтар

Ауыл халҡы күмәртәләп мал килтереүҙе һорай

  Ауыл халҡының үтенесе ҡәнәғәтләндерелерме?

Ауыл халҡы күмәртәләп мал килтереүҙе һорай
Ауыл халҡы күмәртәләп мал килтереүҙе һорай

Ауыл халҡы күмәртәләп мал килтереүҙе һорай

Былтыр Баймаҡ районының 1-се Төркмән ауылында малдарҙа  нодуляр дерматит ауырыуы асыҡланыуы сәбәпле, карантин иғлан ителгәйне. Йоғошло сирле һыйыр малы яндырылды.

Ветеринария талаптары буйынса, билдәле ваҡытҡа тиклем ҡурала мал тоторға ярамай. Тиҙҙән ул  рөхсәт ителәсәк.

 Баймаҡ районына сәфәрендә БР Башлығы Радий Хәбировтан ауыл халҡы һатып алыуға үҙәкләштерелеп, төрлө сирҙәргә тикшерелгән мал килтереүҙәрен һораған. Бөгөн БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе  вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахмановҡа был мәсьәләне хәл итергә ҡушты.

– Әле ауыл буйлап китеп бараһың, унда тынлыҡ. Әгәр кешеләргә ваҡытында ярҙам итмәһәк, бик ауыр булыр ине. Ауыл халҡы башлыса мал ҡарап көн итә. Халыҡ һыйыр малын үҙәкләштереп алып бирешеүҙе һорай, ул сифатлы булһын, ти. Район хакимиәте менән берлектә был мәсьәләне хәл итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

 

  

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: