Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ҙур тәнәфес»тә V – X синыф уҡыусылары, шулай уҡ I – III курс студенттары ҡатнаша. Һүҙ Рәсәй уҡыусылары ғына түгел, сит ил уҡыусылары хаҡында ла бара. Сөнки конкурс «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» президент платформаһына индерелгән.
Быйыл конкурсанттар 12 йүнәлеш буйынса ҡатнаша ала: фән һәм технология, сәнғәт һәм ижад, журналистика һәм яңы медиа, ирекмәнлек, тарихи хәтер, сәләмәт йәшәү рәүеше, экология, урбанистика, сәйәхәт һәм туризм, белем биреү технологияларын үҫтереү, йәштәр эшҡыуарлығы, дәүләт оборонаһы һәм хәүефһеҙлек.
Ҡатнашыусыларҙы теркәү bolshayaperemena.online платформаһында 10 июнгә тиклем бара. Еңеүселәр «Артек» халыҡ-ара үҙәгенә, Санкт-Петербургтан Владивостокка тиклем сәйәхәткә юлламалар, аҡсалата премиялар һәм уҡыуға йәки проекттарын бойомға ашырыуға гранттар аласаҡ. Конкурстың финалы «Артек»та 26 – 31 июлдә уҙасаҡ.
Колледждарҙың сығарылыш курстары студенттары араһында еңеүселәр белем алыуға йәки проекттарын бойомға ашырыуға 1 миллион һум аласаҡ, I – II курс студенттары – 200-шәр мең. Уларҙың остаздарына 150 һум бирелә һәм улар белем биреү программаһын үтеүгә эйә буласаҡ.
Быйыл конкурста беренсе тапҡыр ДНР һәм ЛНР уҡыусылары ла көсөн һынаясаҡ. Рәсәй Федерацияһының Президент идаралығы етәксеһе Сергей Новиков һүҙҙәренсә, яңы миҙгелдә 27 мең уҡыусы ҡатнашырға теләк белдергән.
«Ҙур тәнәфес» конкурсының презентацияһы түбәндәге һылтанмала: https://vk.com/video-193258751_456306017.
Фото: Т. АМАНОВ.