- Проектҡа ярашлы, 27 яңы эш урыны булдырылып, 1,53 миллиард һум аҡса һалынасаҡ. Корпорация белгестәре тарафынан проектҡа экспертиза үткәрелгән, уны компания быйыл тормошҡа ашыра башларға ниәтләй, - тине Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. - Хәҙерге шарттарҙа импортты алмаштырыу көнүҙәк тема булып тора. Ә был проект Көнбайыш Европанан һәм Ҡытайҙан ебәрелгән продукцияны алыштырыуға йүнәлтелгән.
"Биорон" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт 2021 йылдың июлендә Стәрлетамаҡ районында теркәлгән, предприятие эшмәкәрлегенән һалымдар шул районға киләсәк. Бөгөнгө көнгә был "Алға" махсус иҡтисади зонаһының 11 резиденты.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.