Бөтә яңылыҡтар

45 мең балаға айлыҡ түләүҙәр тәғәйенләнде

РФ Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге  45 мең баланың ата-әсәһенә Рәсәй Президенты Валдимир Путиндың 2022 йылдың 31 мартындағы указына ярашлы  айлыҡ түләүҙәрҙе хупланы.  

45 мең балаға айлыҡ түләүҙәр тәғәйенләнде
45 мең балаға айлыҡ түләүҙәр тәғәйенләнде

 

Ғаризаны ҡарау ваҡытты – 10 эш көнө.  1 майҙа тапшырылған ғаризалар өсөн ул 19 майҙа сыға.   Айырым осраҡта  ғаризаны ҡарау өсөн иң күбе 30 эш көнө бирелә. 

Билдәләнеүенсә, был түләүҙәр ғаиләнең мохтажлығын комплекслы баһалау һөҙөмтәһе буйынса тәғәйенләнә. Иң беренсе сиратта ғаиләнең йән башына килеме йәшәү минимумынан түбән булырға тейеш, икенсенән ата-әсәләренең эш хаҡы булыуы, булмаған осраҡта объектив сәбәбе булыуы шарт. Шулай уҡ  ғаиләнең мөлкәте лә ҡуйылған талаптарға яуап бирергә тейеш. 

Пособие тәғәйенләнгән осраҡта уның күләме  ғаилә килеменә бәйле балаларға йәшәү минимумының 50, 75 һәм 100 процентын тәшкил итеүе ихтимал.   

 Пособие 1 апрелдән иҫәпләнә. Кемдәр пособие юллап майҙа мөрәжәғәт итһә, уларға  ике ай өсөн түләнә. Ә инде сентябрҙә мөрәжәғәт итеүселәр  бер юлы алты айға пособие аласаҡ.

Фото:Т.Аманов.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: