Бөтә яңылыҡтар

20 мең ғариза сират көтөп ята

Пособие түләү буйынса ғаризалар нимәгә һаман тикшерелмәгән ?

20 мең ғариза сират көтөп ята
20 мең ғариза сират көтөп ята

 Республика менән идара итеү үҙәгенә иң күп мөрәжәғәттәр пособиелар түләү буйынса килә. Билдәле булыуынса, 1 майҙан 3 йәштән 7 йәшкә тиклем балалары булғандарға  түләүҙәр бирелә башланы.

 Күптәр ғаризаларҙың оҙаҡ ҡаралыуына дәғүә белдерә. БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова бөгөн БР Хөкүмәтендә үткәрелгән оператив кәңәшмәлә техник проблемалар арҡаһында 2022 йылдың 28 апреленән 13 майға тиклем ҡабул ителгән ғаризаларҙы тикшереп, эшкәртеү мөмкинлеге булмауын белдерҙе. Серверҙа 20 мең ғариза йыйылған. Хәҙер уларҙы тиҙ арала эшкәртергә кәрәк.

«Әҙерәк түҙеп тороғоҙ. Беҙ был килеп тыуған хәлде көйләрбеҙ», – тине министр.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: