0 °С
Болотло
Бер банка ҡуйыртылған һөткә бер ҡалаҡ ҡамыр ҡабартҡысты (разрыхлитель) 400 г он менән бутап, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға. Ул пластилин кеүек килеп сыға. Ошо ҡамырҙы ун өлөшкә бүлеп, йәйеп, ҡыҙған табала ҡоймаҡ бешергәндәге кеүек ике яғын да әйләндереп бешереп алырға.
Крем өсөн 500 мл һөттө ҡайнатырға. Яртыһына 300 г шәкәр, 2 йомортҡа, 2 ҡалаҡ крахмал, 3 ҡалаҡ он, бер ҡап ванилин һалып бутарға, ҡалған һөттө ҡойорға һәм ҡуйырғансы бешерергә. Һыуынғас, кремға 200 г аҡ май һалып, туҡырға һәм йәймәләргә һылап, тортты йыйырға.
Фото: forum.prokuhnyu.ru