Бөтә яңылыҡтар

Ни өсөн электр самокаты машинаға бәрелә?

Авариялар һаны арта ғына... Рәсәй Эске эштәр министрлығының ғилми үҙәге тикшеренеүҙәр үткәргән.

Ни өсөн электр самокаты машинаға бәрелә?
Ни өсөн электр самокаты машинаға бәрелә?

Электр самокатын йөрөтөүселәр ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларының яртыһы самокаттарҙың юлға ҡапыл килеп сығыуына бәйле. Әйткәндәй, аварияға күбеһенсә йәштәр эләгә. Һуң, самокатта йәштәр күберәк йөрөй бит тиерһегеҙ. Ә йөрөгәс, ниңә тиҙлекте самаламаҫҡа һуң?

Авариялар күбеһенсә көндөҙ, йәғни яҡты ваҡытта була.

Былтыр ошо бәләкәй транспортты ҡулланыусылар ҡатнашлығында 672 ДТП теркәлгән. Был күрһәткес унан алдағы йылға ҡарағанда 68 процентҡа күберәк. Самокатлы аварияларҙа 20 кеше үлгән. Был да, 2020 йыл һанынан артыҡ.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Фото: Юлай Кәримов.

Ни өсөн электр самокаты машинаға бәрелә?
Ни өсөн электр самокаты машинаға бәрелә?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: