Бөтә яңылыҡтар

Әкренерәк ашыҡ...

– Һеҙ ниңә миңә башҡаларға биргән кеүек үк көн дә яңы мәсьәлә бирмәйһегеҙ? – тип һораған бер уҡыусы остазынан.


– Ярай, тәүҙә ашап алайыҡ та, мин һиңә аңлатырмын. Тик һине үҙем ашатасаҡмын, – тип яуаплаған уҡытыусыһы.
Йәш кешегә, үҙем ашатасаҡмын, тигәне сәйерерәк тойолһа ла, ныҡ асығып киткән сағы булған шул, ризалашҡан.
Өҫтәлгә һый ҡуйғандар. Бик хуш еҫле былау ҙа бар икән. Уҡытыусы ҡалаҡҡа тултырып алған да уҡыусыһының ауыҙына ҡаптырған. Ас үҫмер тәмле ризыҡты яҡшылап сәйнәп тә бөтөргә өлгөрмәгән, ауыҙына тағы былау тулы ҡалаҡ килеп терәлгән. Нишләһен, уныһын да ҡапҡан. Ауыҙы тулы көйө уҡытыусыһына рәхмәт әйтәйем, тип асҡан икән, йәнә бер ҡалаҡ инеп тә киткән. Уҡыусы хатта былауҙың тәмен дә тоймай башлаған. 
Ахырҙа ул:
– Беҙ ҡайҙалыр ашығабыҙмы әллә? – тип һорап өлгөргән. – Әкренерәк ашарға булмаймы ни?!
– Һиңә шулай оҡшай ҙа баһа, – тигән уҡытыусы.
– Миңә? Ниңә улай тип уйлайһығыҙ?
– Һуң, ярты сәғәт элек кенә үҙең әйттең бит... Башҡаларға яңы мәсьәлә биргәндә, булғандарын аңлап та бөтмәҫтән һиңә лә биреүҙе һораның.
Уҡыусыһы инде бөтөнләй аптыраған.
– Һиңә башҡалар рәтенән күп мәсьәлә биреү ризыҡ тулы ауыҙыңа тағы ризыҡ ҡаптырыу менән бер. Бер теманы һин “сәйнәп”, үҙләштереп бөтмәгәнһең, ә тағы өҫтәп һорайһың... Күп эш һорама, күп эш башҡарырға ынтылма. Әкренерәк ашыҡ. Яҡшыраҡ эшлә, аңла, һан артынан ҡыума!

А. АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: