Бөтә яңылыҡтар

«Әкиәт» әкиәти булырмы?

Өфөлә “Әкиәт” скверын төҙөкләндереү буйынса фекер алышыуҙар бара.

«Әкиәт» әкиәти булырмы?
«Әкиәт» әкиәти булырмы?

Был сквер Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры янында. Белеүегеҙсә, театр реконструкцияға ябылды, уны Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына яңырталар. Әлбиттә, янындағы биләмә лә яңыртыласаҡ. Күргәнегеҙ барҙыр, театр эргәһендә иҫкереп бөткән күкһел, төҫһөҙ манаралар - “замок”тар ултыра. “Әкиәт” скверы шул инде. Ҡасандыр ул бик матур булған, тиҙәр. Ваҡыт үҙенекен иткән...

Хәҙер уны атамаһына тура килтереп эшләргә кәрәк. Күҙаллауҙарынса, театр янында фотозона, амфитеатр, уйын майҙансығы буласаҡ.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

«Әкиәт» әкиәти булырмы?
«Әкиәт» әкиәти булырмы?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: