Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә үҙенсәлекле мунса асылды

Ул айырым бер төркөм кешеләренә тәғәйенләнгән. Шифалы булһын!

Өфөлә үҙенсәлекле мунса асылды
Өфөлә үҙенсәлекле мунса асылды

Баш ҡалабыҙҙа сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә таҙалыҡ һәм гигиена комплексы асылды. Уның эшен БР дәүләт власы органдары ярҙамында «Чистотел» инвалидтарҙың социаль адаптация үҙәге ойошторған.

Комплекста рус мунсаһы, массаж, контраст душ бар. Иң мөһиме – бушлай.

Бындай мунсаның, йәғни тап инвалидтарға тәғәйенләнгәненең, илдә аналогы юҡ. Ул меценаттар аҡсаһына булдырылған һәм Рәсәйҙә пилот проекты һанала.

Был мунсаны инвалидтар ғына түгел, ә асарбаҡтар ҙа файҙалана ала. Элек тә был бинала БОМЖ-дарға ярҙам күрһәтелгән: йоҡлап сығырға мөмкинлек бирелгән, йылы аш ойошторолған.

Фото: БР Йәмәғәт палатаһы сайтынан.

 

Өфөлә үҙенсәлекле мунса асылды
Өфөлә үҙенсәлекле мунса асылды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: