Серетмә яһау өсөн бысҡы сүбен ҡатлам - ҡатлам итеп өйөгөҙ. Бер ҡатламдың яҡынса ҡалынлығы 30 см булырға тейеш. Беренсе ҡатламды яҡшылап еүешләйҙәр һәм ашлама эретмәһе һибәләр. Икенсе ҡатламға ла һыу һәм ашлама һибергә. Өйөмдөң дымлылығын даими һаҡларға кәрәк. Серетмә 3 – 4 айҙан әҙер була.
100 кг бысҡы сүбе өсөн 100 г суперфосфат, 700 г калий хлориды кәрәк.
Яҙ көнө серетергә ҡуйған бысҡы сүбе өҫтөнә 10 – 12 см ҡалынлыҡта тупраҡ һалып, ҡабаҡ, ташҡабаҡ, хатта ҡыяр ҙа үҫтерергә мөмкин.
Бысҡы сүбенән тауыҡ тиҙәге ярҙамында ла серетмә яһарға була. Бының өсөн уларҙы бермә - бер күләмендә ҡушалар. Өйөлгән серетмәгә ризыҡ ҡалдыҡтары, сүп үләндәре, һалам, торф та өҫтәргә ярай.
"Әпилкә"не эшкәртмәй генә тупраҡҡа ҡатнаштырмағыҙ. Ул ерҙәге бөтә файҙалы микроэлементтарҙы үҙенә һеңдерә һәм уңыш күләмен кәметәсәк. Ағас сүбе булған урында, мәҫәлән, картуф бер ҡасан да үҫмәйәсәк.
Фото:forum.sibmama.ru