1-се Төркмән ауылында халыҡ байтаҡ малын юғалтты. Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районына эш сәфәрендә ошо ауылға инде һәм халыҡ менән осрашты.
Әйткәндәй, дерматит таралған осорҙа уҡыусы балалар һөт кухняһы продукцияһы менән тәьмин ителгән.
Ауыл халҡы карантин ваҡытында ярҙамы өсөн республика етәксеһенә рәхмәт белдерҙе.
- Беҙгә малыбыҙҙы юғалтҡан өсөн вәғәҙә ителгән компенсациялар түләнде, гуманитар ярҙам күрһәтелде, аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителдек, – тине улар.
Ҡурҡыныс мал сиренә ҡаршы һөҙөмтәле көрәш өсөн Радий Хәбиров ветеринар хеҙмәт белгестәренә һәм ҡайһы бер ауыл кешеләренә Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Фото: БР Башлығы сайтынан.