Ағымдағы йыл башынан республика юлдарында 12 ҡырағай хайуан тапалып үлгән. Тәгәрмәс аҫтына алты ҡоралай, биш мышы, бер айыу эләгеп харап булған.
Баҡһаң, ҡырағай хайуан-кейектәр ҡатнашлығында йылына 60-лап авария теркәлә икән.
"Башинформ" агентлығы яҙыуынса, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының хайуандар донъяһы объекттарын ҡулланыу һәм һаҡлауҙы күҙәтеү бүлеге начальнигы урынбаҫары Глеб Егоров бындай һәләкәттәрҙә йыш ҡына хайуандарҙың үлеүен, кешеләрҙең төрлө тән йәрәхәте алыуын белдергән. Үкенескә күрә, һирәкләп кешеләр ҙә һәләк була.
Хайуандарҙы тапатҡан өсөн штраф та бар: мышыны тапаған водитель 80 мең һум, ҡоралайҙы - 40, ҡабан сусҡаһын - 30, айыуҙы тапағанға 60 мең һум штраф түләргә тейеш.
Әгәр ҙә хайуандарҙы тапатыу осрағын күрһәгеҙ, 112-гә йәки үрҙә телгә алған министрлыҡтың +7 (347) 218-04-30 телефонына хәбәр итергә була.