Бөтә яңылыҡтар

Яңы спорт һарайына рәхим итегеҙ!

Бөгөн Өфөлә "Астра" хоккей аренаһы асыла. Был турала БР Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итте.

Яңы спорт һарайына рәхим итегеҙ!
Яңы спорт һарайына рәхим итегеҙ!

Был спорт аренаһын "Промтехстрой" компанияһы төҙөгән. 

"Беҙ республикала спорт объекттарын күп төҙөйбөҙ. Әммә бюджеттың мөмкинлектәре сикле. Ә эшҡыуарҙарҙың беҙгә ярҙамға килеүе бик яҡшы!" - тип яҙған Радий Фәрит улы "Бәйләнештә".

Яңы комплекс элекке тимер-бетон изделиелар заводы территорияһында урынлашҡан. Унда 200-ләп йәш хоккейсы шөғөлләнә ала.

"Астра"ла ҡаяға үрмәләү ҡоролмаһы, гимнастика студияһы, көрәш залы, акробатика, бал бейеүҙәре, шахмат академияһы өсөн урын да бар.

Радий Хәбиров бында былтыр ҙа булып киткән. 

Фото: vk.com

Яңы спорт һарайына рәхим итегеҙ!
Яңы спорт һарайына рәхим итегеҙ!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в