Бөтә яңылыҡтар

Ҡурмас тәмле булдымы?

Ҡурмастың нимә икәнен өлкәндәр яҡшы белә. “Ҡурмас һыйы” тигән йола ла булған. 

Ҡурмас тәмле булдымы?
Ҡурмас тәмле булдымы?

Май байрамдарында Күгәрсен районының Сәлих ауылында уны әҙерләп, балаларҙы ла һыйлағандар. Йәш-елкенсәк тә бик оҡшатҡан.

Көньяҡ башҡорттарҙа "ҡурмас һыйы" йәки "ҡурмас ҡурыу" йолаһы булған. Көҙөн, игендәр урып-һуғылғас, күмәкләшеп ҡырға сыҡҡандар. Һәр кем яңы ашлыҡтан (башлыса бойҙайҙан) өлөш килтергән. Уны ҙур ҡаҙандарҙа майҙа йәки ҡоролай ҡыҙҙырғандар. Бында ла төрлө теләк әйтелгән, уйындар ойошторолған. Ҡурмастан барыһы ла ауыҙ иткән, ҡоштарға ла өлөш сығарғандар. "Ҡурмас һыйы", шулай итеп, үҙенсәлекле көҙгө уңыш байрамына әүерелгән.
Ҡурмас
ты балалар ҙа бик ярата. Ул элегерәк һәр йортта тигәндәй әҙерләнгән.

Беҙ ҙә ҡурмасты яҙғы сәсеүҙе ҡотлап ауыҙ итергә булдыҡ. "Көҙгө уңышҡа мул бөртөклө бойҙай үҫһен!" тип матур теләктәр теләп балаларға ҡурмас ҡурҙыҡ. Ысынында иһә, ҡурмас ҡурыу йылына ике тапҡыр булған: яҙ һәм көҙ көндәре. Балаларға бик оҡшаны”, - тип яҙғандар “Бәйләнештә”ге Сәлих ауылы клубы сәхифәһендә.

Айыҡ ауыл конкурсында ҡатнашҡан сәлихтәргә ҡурмас ҡурыу нимә генә инде ул, улар бит көн һайын тауҙай эш атҡара, төрлө сара уйлап табып ҡына тора. Афариндар! Айыҡлыҡҡа табан, еңеүгә - алға!

Фото: vk.com

Ҡурмас тәмле булдымы?
Ҡурмас тәмле булдымы?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в