Бөтә яңылыҡтар

"Үтенестәрегеҙ яуапһыҙ ҡалмаҫ"

Радий Хәбировтың Баймаҡ районындағы эш сәфәренең һуңғы туҡталышы 1-се Төркмән ауылындағы мәктәптә булды.

"Үтенестәрегеҙ яуапһыҙ ҡалмаҫ"
"Үтенестәрегеҙ яуапһыҙ ҡалмаҫ"

Бында республика етәксеһе кластарҙы ҡараны, көрәш күнекмәһебарышын күҙәтте, 8-се класс уҡыусыһы, Рәсәй ярыштары призеры, Башҡортостан чемпионы Азамат Әхмәтов менән шашка ла уйнаны.

"Үҫеш нөктәһе" йүнәлешендә белем биреү менән танышты.

Ауыл халҡы менән осрашыуында Радий Хәбировтан юлдарҙы ремонтлауҙарын, хоккей майҙаны ҡуйыуҙы, мәктәпте капиталь ремонт яһау программаһына индереүҙе һораны.

- Һеҙҙең үтенесте мотлаҡ өйрәнербеҙ, министрлыҡтарға тапшырырбыҙ. 1,5 йыл элек килгәнемдә вәғәҙәләгән эштәрҙе башҡарҙыҡ, юл мәсьәләһе буйынса ла ярҙам итербеҙ, - тине Башҡортостан Башлығы.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

 

"Үтенестәрегеҙ яуапһыҙ ҡалмаҫ"
"Үтенестәрегеҙ яуапһыҙ ҡалмаҫ"
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в